Һөйәнтөҙ. Рияз Исхаков фильмы (видео)

ЕЙӘНДӘРЕМ ҠАРАР БЕР САҠТА
Ташбүкән ауылы эргәһендә нисек кинофильм төшөрөлөүе хаҡында унда ҡатнашыусы һөйләй

… Моҡай тауы түбәһе хәс тә һабантуй яланы: ҙур кейеҙ тирмә ҡоролған, унда-бында усаҡтар яна, ҡайҙа ҡарама милли кейемдәге халыҡ мәж килә. Барыһында ла байрам кәйефе – бына-бына туй башланырға тейеш. Кейәү менән кәләш килеп, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһе менән бүләк алышҡас, мәжлес башлана. Байрам ҡыҙған мәлдә генә алыҫтан бер мосафирҙың килә ятҡаны күренә. Ул – дәрүиш, ауыл халҡына ҡот осҡос хәбәр килтергән…

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр. Фильмды тулыһынса күрергә лә мөмкинлек булыр әле. Ә бына уның төп темаһы һәм маҡсаты хаҡында кинорежиссер Рияз Исхаҡов үҙе былай тине:
- Тарихи темаға кино төшөрөү күптән өлгөргән идея ине. Йырсы Альберт Шаһиев “Тәфтиләү” йырын тәҡдим иткәс, шул темаға тотондоҡ. Фильмда 18-се быуат баштарында ер йөҙөнән юҡ ителгән башҡорт ауылы Һөйәнтүш фажиғәһе хаҡында булдыра алған тиклем бәйән ителәсәк. Хәҙергеләр өсөн “Тәфтиләү” – ул ни бары моңло-һағышлы йыр ғына. Ә бит уның ҡанлы-зарлы яҙылыу тарихы бар. Шул турала йәштәребеҙгә, башҡа халыҡтарға еткергебеҙ килә. Ғөмүмән, фильм хыянат, мөхәббәт, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте кеүек мәңгелек темалар хаҡында. Сценарий авторы – “Тәфтиләү” йыры үҙе, тип әйтергә мөмкин, уның өҫтөндә төркөмөбөҙ менән күмәкләп эшләнек.
Фильмда композитор Урал Иҙелбаевтың һәм уның эшкәртеүендәге халыҡ көйҙәре яңғыраясаҡ.
- Ни өсөн тап Ғафури районын һайланығыҙ?
- Режиссерҙар бында килергә ярата, сөнки тәбиғәтегеҙ бик бай. Кәрәк икән тауҙар, яландар, кәрәк икән ылыҫлы урман, кәрәк икән япраҡлыһы, ғөмүмән, һәр яҡлап ҡулай. Режиссерҙар Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов, Салауат Вахитовтар бында фильмдарҙы күп төшөрҙө. Башҡорт эстрадаһының ғына түгел, татар эстрадаһының да күп йырсыларының йыр клиптары тап ошо районда эшләнде. Әйтәм бит, тәбиғәт бик бай, ә иң ҙур байлыҡ, әлбиттә, Ғафуриҙың талантлы һәм ҡунаҡсыл халҡы.
- Был фильмда башҡорт халҡының туй йолаларының бер өлөшөн генә булһа ла сағылдырыу маҡсат итеп ҡуйылды, – тип һүҙҙе дауам итә Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, фильмдың консультанты Гөлгөнә Баймырҙина. – Халҡыбыҙ йыр-моңға, төрлө матур йолаларға бай, шуларҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалдырыр, башҡа халыҡтарҙы ла үҙебеҙҙең йолалар, йәшәйеш менән таныштырыр өсөн ошондай фильм төшөрөү бик кәрәк ине. Киноға төшөргә халыҡты йыйыу әллә ни ауыр булмаһа ла, иң йонсотҡаны милли кейемдәр табыу булды. 18-се быуат кейемдәрен тергеҙеү өсөн бик ҙур сығымдар кәрәк. Беҙҙең Башҡортостан киностудияһы өсөн был мөмкин түгел. Әгәр “Мосфильм”, “Ленфильм” кеүек күптән эшләп килгән бай тарихлы студия булһа, бәлки, бутафор милли кейемдәр йыйылған булыр ине. Тарихи кино төшөрөү өсөн шулай ҙа хөкүмәттән финанс ярҙамы мотлаҡ кәрәк.
Бер нисә көн буйы кино “ҡаҙан”ында ҡайнаған кеше булараҡ, үкенес менән шуны белдерә алам: ысынлап та, быуатына тура килгән кейем мәсьәләһе үҙәктә торҙо. Булдыра алған тиклем боронғосараҡ тегелгәндәре янында заманса стилләштерелгән сәхнә костюмдары ла бер рәттән ҡулланылды.
Башҡорт ҡатындарының һаҡал-селтәр кеүек биҙәүестәре бер ни тиклем тергеҙелһә лә, башҡа бик күптәре – иңһәлек, әмәйлек, хәситә, һаҡалдырыҡ кеүек байтаҡтары, әле хатта стилләштерелгән вариантта ла, эшләнгәне юҡ. Баш кейемдәре лә, бер-нисә ҡашмауҙы иҫәпләмәгәндә, тулыһынса тиерлек яулыҡҡа ҡайтып ҡалды. Сәсҡап, сәсмәү, таҡыя, гәләбаш, ҡаралыҡ… Былар бит әле генә ҡоро һүҙ булып яңғырай, ә 18-се быуатта улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәҙәти әйберҙәре булған. Ошо заманда бер нәмәгә ҡарамай башҡорттоң боронғо кейемен тергеҙергә ынтылған энтузиастарҙың фиҙаҡәрлеге һоҡландыра. “Төнъяҡ амурҙары” клубы ағзаһы Илдар Ғатауллиндың боронғо өлгөләр буйынса үҙе теккән башҡорт яугиры кейемен иҫ китеп ҡараныҡ. Тимер дүңгәләктәрҙән үрелгән торҡаһы (тимер баш кейеме, шлем) бер нисә кило тарта. Аяғында ла үҙе теккән күн сарыҡтар, шулай уҡ яу ҡоралдары ла бар. Ул бер нисә йыл инде 1812 йылғы Ватан һуғышының Бородино янындағы алышты тергеҙеү уйынында әүҙем ҡатнаша.
Күп кенә ролдәрҙә район халыҡ театрының билдәле артистары Флүрә Садиҡова, Әнүәр Ғәзизов, Рәмил Ғимрани, Альфира Әмирова, Илнур Ғөбәйҙуллин уйнаны. Сәйетбабанан ҡурайсы Илһам Байбулдиндың өзләүен, “Иман” төркөмө ағинәйҙәренең мөнәжәттәрен дә яҙҙырҙылар. Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солистары, билдәле актер Сәғиҙулла Байегет (Дәрүиш), йәш йырсы Лиана Хәбибуллина (Айһылыу), модельер Валерия Тюменцеваларҙы ла (кәләш) күрәсәкбеҙ был фильмда. Ә яуыз Тәфтиләү ролендә – каскадер Вячеслав Хөснөтдинов. Үҙәккә үткес һыуыҡта йоҡа күлдәктәрҙә йөрөп өшөүҙәр, ҡулдар күгәргәнсе һалҡын һыуҙа “кер сайҡауҙар”, карателдәрҙән ҡасып йүгергәндә йығылып бит-танауҙарҙы кесерткәндән “бешереүҙәр”… Был йонсоу-талыуҙар бер заман күңелле хәтирәгә әйләнер, ә Башҡортостан кино тарихында яңы бер “Тәфтиләү” бите яҙылыр…
Рәйлә САБИТОВА.
Сәйетбаба ауылы.
«Табын»



Сезнең фикер