Американың яңы башкорттары

Яҙылган инде. Миңә хәтле үк йөҙәрләп-меңәрләп тапкыр яҙгандарҙыр. Кеше тигәнең сит ерҙәргә сыгып киткәс кенә үҙенең тамырҙарының ысын баһаһын, теленең ҡәҙерен, йырының – моңон аңлай башлай, күрәһең. Оҙак йылдар Ҡаҙанда йәшәргә тура килде. Һүҙ ҙә юк, минең эшем – татар телен белеүҙе талап итә. Ярты йылда татарҙарҙың үҙҙәре менән сагыштырырлык, яҡшы гына һөйләшә лә башланым. Шул ваҡыттан журналистлык карьерам башлана ла.
Кешене эйәр ризығы менән, эсәр һыуы йөрөтә, тейҙәр. Насибым мине океан аръягына, башка ҡитғаға ук алып китте. Бында килгәс, был вакыткаса татарса һөйләшкән телем үҙенән-үҙе ҡабат башкортсага ҡайтты. Бында килеп, әлегә тиклем башкорт менән башкортса һөйләшкәнем булмаһа ла. Үҙем аптырап йөрөйөм. Бына нимә ул үҙ милләтең…
Нурисламды мәктәпкә әҙерләгәндә бик күп документтар тултырҙык. Йыш кына милләт тураһында һорау бирелә. Гел генә улымдың милләтен башкорт тип яҙабыз. Был милләт графаһы анкетаны уҡыусы американдарҙы аптырауҙа калдыраһын белһәк тә. Беренсе теле – башкорт, икенсеһе – татар, өсөнсөһө – урыҫ тип яҙғандан һуң, мәктәптән ипләп кенә, уҡыусыга ҡуйыласак билдәләрҙе тултырганда урыҫса яҙһаҡ мөмкинме, тип белештеләр ҙә әле. Ҡыҙык хәлдәр ҙә әҙ түгел: анкета һорауҙары араһында тагын бер популяры бар. Унда кайһы як кешеһе икәнеңде яҙаһың. Мәҫәлән, азиат, һиспаник, тын океан утрауҙарынан, филипиндар, европалы, ак тәнле. Беҙ кайһы сак үҙебеҙҙе европалы, кайһы сак ак тәнле тип кенә билдәләп үтәбеҙ. Сөнки, азиат түгелбез бит. Американдар йыш кына, һиспаник түгелмени, тип кабатлап һорайҙар. Испанса һүҙ ҡушҡандар ҙа әҙ түгел. Уралдан икәнебеҙҙе аңлатабыҙ. Тормош иптәшем “ҡатыны – мәрйә(русская)” тейеүселәрҙе “мәрйә түгел, ул – башкорт” тип төҙәтеп куя.
Өфөнән киткәндә был хакта уйламаһак та, бында килгәс, йыш уйлна башланым. Милли атрибуттарыбыҙ етмәй бит беҙгә. Ҡорбан ғәйетенә барғанда күрҙек – татарҙар үҙҙәренең флагын ҡалдырмай. Күҙ ҡыҙҙы бит. Кибеткә барганда өс төҫтәге тукыма, һары буяу һатып алдык та, үҙебеҙ тегеп ҡарарга булдык.

Беҙҙең буласаҡ байрағыбыҙ
Иииии, ҡулдан килмәгән эш бармы әллә?! Менә тигән байраҡ булды. Нәүрүзгә алып барғас, тотоп-тотоп ҡарайҙар, ҡайҙан алдығыҙ, тип һорайҙар.

эшебеҙ аҙағына етеп бара. буяуы кипһә - флаг әҙер буласаҡ

Лос Анжелеста Нәүрүз байрамында

АҠШта ла быйыл йәниҫәп икән. Башта йәниҫәптә катнашырға саҡырған хат алдык. Унда тиҙҙән беҙгә хат киләсәген, хаттағы анкета һорауҙарына яуаптарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк тултырып ебәреүебеҙҙе һорап яҙғандар. Ысынлап та, икенсе аҙнала уҡ анкеталы хатты алдык. Һорауҙар күп түгел бында, беренсе кеше өсөн ун һорау, ғаиләнең ҡалған ағзалары өсөн етешәр: исемең, туғанлык ебе, енес, тыуган көнөң, һиспаникмы-түгелме, ҡайһы расаға ҡарауың, ошо адрестан башҡа тағын берәр ерҙә йәшәйһеңме? Америка Ҡушма Штаттарында ике башҡортто арттырҙык, беҙ – башҡорт булып яҙылдык.

анкетаның бер өлөшө

Тыуган яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас – үҙебеҙгә башҡорт милли кейемдәре алып килеүҙе хәстәрләрбеҙ, иншалла.


Отзывов: 4 на «Американың яңы башкорттары»

Сезнең фикер