ҡойроҡһоҙҙар

Лос Анжелеска ла яҙ килде. Әллә йәйме икән? Кояш кыҙҙыра, ишек алдындағы бассейнда балалар шау-шыу килә. Былай ҙа йәшел донъя тағы ла йәшелләнде. Ә йәшеллек үҙе тимгел-тимгел төрлөнән-төрлө төҫтәр менән сыбарланды. Бар үҫемлек сәскәлә. Йыл әйләнәһе йәшел ылыҫлы агастарҙың ботак остарында асык йәшел суктар пәйдә булды. Улар да яҙ наҙына сыдай алмайса яңы энәләргә йән өрә, күрәһең.

Сыр-сыу килгән сыйырсык ғәйләһен күреп ауыл иҫкә төштө. Ишек алдындагы ояга быйыл да оялагандарҙыр улар. Меҫкендәрҙең балаларын былтыр һаклап кала алманык: карга алып бөтөрҙө. Ата-инәләре бер көн илап сыркылдашып осоп йөрнө лә, югалды. Сеү, былары нишләп кайтмай калдылар икән?

Көндәр бераҙ ғына йылына башлауға карлугастар күҙҙәән юғалды. Юкһа, беҙҙең яндагы заправкала бағына башында бер көтөү карлугас эйәләшкән ине. Уларҙың таныш сыркылдашуын ишетеү күңелле булһа ла, улар утырган тимер сыбык аҫтынан тиз генә югереп үтә инем. Тыуган ягыма кайтып киткәндәрҙер инде. Мин калдым әле.

Ғиныуар тирәләрендә түбәндән генә осоп барган каҙҙар клинын күреп ҡалган инем. Былар ҡайтып барамы, килә торған сактары ғынамы, тип озак уйланып йөрөнөм.

Үҙем уҡып йөрөгән Санта Моника колледжы янында утырганда гөлдән гөлгә ҡунып нектар эсеүсе калибрины күҙәәттем. Был күбәләк хәтле генә кошсокто күреү һәм сыерсык парын осратыу – икеһе ике төрлө шатлык хисе уятты. Уларҙы сағыштырыу мөмкин дә түгел.



Сезнең фикер